+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2018, 10:42

Киҙеүҙе иҫкәртеү мөһим

Республикала халыҡты киҙеүгә ҡаршы вакцинациялау әүҙем бара. Бөгөнгө көнгә Башҡортостанда 635 мең кеше прививка эшләткән. Федераль бюджет иҫәбенә тәү сиратта хәүеф төркөмөнә инеүселәр — балалар, 60 йәште уҙған ололар, йөклө ҡатындар, хәрби хеҙмәткә алыныусылар, медицина һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре вакцинацияланасаҡ. Роспотребнадзор идаралығы октябрь аҙағына тиклем иҫкәртеү сараларын тамамлап ҡуйырға саҡыра. Әйткәндәй, киҙеүгә ҡаршы прививка эшләтеүгә ҡағылышлы һорауҙарығыҙ булһа, 15 октябргә тиклем Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы белгестәре ойошторған «тура бәйләнеш»кә, 8-800-100-47-67, 8 (34792) 3-17-75 телефондары буйынса шылтырата алаһығыҙ.
Читайте нас: