+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2018, 10:43

«Нисек йәшәйһең, ауылдаш?»

Рәхмәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы «Нисек йәшәйһең, ауылдаш?» акцияһына ихлас ҡушылды. Ауылда яңғыҙ йәшәгән иң оло инәйҙәрҙең өйҙәренә йөрөп, хәл-әхүәлдәрен белешеп, күстәнәс тапшырҙылар. Иҫтәлеккә улар менән бергә фотоға төшөп ҡайттылар. Бала саҡтары, йәшлек ваҡыттары ауыр осорға тура килгән, күпме юғалтыуҙар кисергән инәйҙәр матур тормоштоң ҡәҙерен белеп, ихлас донъя көтәләр. Кеменә инһәң дә, өйҙәре бөхтә итеп йыйыштырылған, үҙ ҡулдары менән эшләгән түшәк-балаҫтары өйгә йәм өҫтәй. Барлыҡ инәйҙәрҙең дә баҡсалары тулы алмалар, сливалар. Ә сәскәләре — баҡсаларында ла, тәҙрә төптәрендә лә күҙҙең яуын алып ултыра!


Читайте нас: