РБК яңылыҡтар хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2021 йылдан Рәсәй халҡын электрон паспорттарға күсереү башланасаҡ. Электрон чип ҡуйылған пластик карта формаһындағы яңы документ граждан тураһында тулыраҡ мәғлүмәт туплай алыуы менән отошло. Йәғни, яңы паспортта СНИЛС, ИНН, водитель танытмаһы һандары һәм башҡа кәрәкле мәғлүмәт урын аласаҡ һәм ошо документтарҙы үҙең менән алып йөрөү кәрәклеге ҡалмаясаҡ. Учреждениеларға мөрәжәғәт иткәндә, электрон паспортты ла күрһәтеү етә, тип иҫәпләй закон сығарыусылар.