+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Октябрь 2018, 12:04

Һәр умартасының интернетта «шәхси кабинеты» буласаҡ

«Регагро» проекты етәкселеге белдереүенсә, республиканың бөтә балсыларын берләштерәсәк дөйөм сайтта һәр умартасыға «шәхси кабинет» асыласаҡ. Башҡортостандағы бөтә умарталарға чип ҡуйыу һәм уларҙы берҙәм реестрға индереү планлаштырыла. Бал һатып алған кеше QR-код аша продукцияның ҡасан, кем тарафынан етештерелгәнен белә аласаҡ. Сайт 2019 йылдың йәйенән эшләй башлай, тип көтөлә. Махсус сервис аша кәрәкле ветеринар документтар сығарып алырға, бал ҡорттары өсөн хәүефле миҙгел, сирҙәр хаҡында белешмә алырға ла мөмкин буласаҡ.
Читайте нас: