+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2018, 11:10

Мейес яҡҡанда һаҡ булығыҙ!

Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте белдереүенсә, йәкшәмбе Асҡар ауылының Көнсығыш биҫтәһенән еҫ тейеп ағыуланыусы ғаилә дауаханаға мөрәжәғәт иткән. Асыҡланыуынса, мейес яғыу һәм уны һүрелтеп баҫыу тәртибен тейешенсә башҡармау арҡаһында был йортта булған алты кеше лә һөрөмлө газ менән ағыуланған. Улар араһында 4 һәм 1 йәшлек балалар ҙа бар. Зыян күреүселәрҙең бишәүһе Асҡар үҙәк район дауаханаһына урынлаштырылған, уларҙың хәле медицина хеҙмәткәрҙәренең даими күҙәтеүе аҫтында.
Читайте нас: