+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2018, 16:04

Нәшриәт йортон ҡотҡарырға

— тигән фарман бирҙе Республика Башлығы вази-фаһын башҡарыусы Радий Хәбиров. «Медиакорсеть» хәбәр итеүенсә, республика етәксеһе төбәктәге берҙән-бер дәүләт нәшриәте һаҡланып ҡалырға тейешлеген белдерҙе. Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Р. Хәбиров предприятиеның бөлгөнлөккә төшөүенә юл ҡуйған чиновниктарҙы тәнҡитләне һәм 15 ноябргә тиклем уны ҡотҡарыу варианттарын әҙерләргә күрһәтмә бирҙе. Нигеҙҙә кредит бурыстарын түләй алмау арҡаһында банкротлыҡ хәленә еткән предприятие — республикала берҙән-бер дәүләт нәшриәте булып тора.
Читайте нас: