+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2018, 17:24

Пенсия системаһында үҙгәрештәр раҫланды

Пенсия реформаһы тураһында Закон ҡабул ителде, РФ Президенты тарафынан ҡул ҡуйылды. Өс иң төп Кодексҡа үҙгәрештәр индерелде. Яңы ҡағиҙәләр 2019 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк. Ҡыҫҡаса әйткәндә, ҡатын-ҡыҙҙар — 60, ир-егеттәр 65 йәштән хаҡлы ялға сығасаҡ. Пенсия йәшенә яҡынлашҡан хеҙмәткәрҙәрҙе эштән сығарыу, ҡыҫҡартыу йәки эшкә алыуҙан баш тартыу өсөн енәйәти яуаплылыҡ ҡарала. Эш биреүсе дауаханала диспансеризация үтеү өсөн түләүле бер көн бүлергә бурыслы була. Алыҫ Себерҙә эшләүсе, социаль сәбәптәр буйынса страховка пенсияһы алыусыларҙың пенсия йәше күтәрелмәй, өс балалы әсәләр — 57, дүрт балалылар — 56, биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе әсәйҙәр 50 йәштән пенсия юллай ала. Ҡатын-ҡыҙҙар 55, ир-егеттәр 60 йәштән милек өсөн һалым түләүҙән азат ителеү, ҡала транспортында ташламалы хаҡ менән йөрөү, төбәк ташламалары (тештәрҙе дауалау, телефон йә дарыуҙар менән тәьмин итеү) кеүек хоҡуҡтары менән файҙаланасаҡ.
Читайте нас: