БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары республикала етемдәрҙе уллыҡҡа һәм патронат тәрбиәгә алған ғаиләләргә айлыҡ пособиены 4 процентҡа арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыуҙы арттырыу маҡсатында булдырылған закон проекты 2019 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә. Законды бойомға ашырыуға 65 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк тип көтөлә. Пособиелар күләме ғаилә үҙенсәлектәренә, балаларҙың сәләмәтлек хәленә һәм башҡа шарттарға ҡарап төрлөсә булыуы мөмкин.