Рәсәй Хөкүмәте төбәктәргә мәктәп автобустары һм «Ашығыс ярҙам» машиналары алыуға резерв фондынан 5 миллиард һум бүлеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Шул иҫәптән Башҡортостан 47 мәктәп автобусы һәм 24 «Ашығыс ярҙам» машинаһы аласаҡ. Мәғариф һәм медицина учреждениеларын ГАЗ, УАЗ, ПАЗ кеүек Рәсәй автоконцерндары етештергән техника тулыландырасаҡ.