«Ярҙам» коммерциялы булмаған үҙәге «Йомарт шишәмбе» тип исемләнгән мәрхәмәтлек акцияһы уҙғара. Ауыр тормош хәлендә ҡалған, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, инвалидтарға һәм оло йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек йыйып, ярҙам итергә мөмкин. «Битараф ҡалмағыҙ, үҙегеҙҙең йөрәк йылығыҙҙы һеҙҙең иғтибарға мохтаж кешеләргә өләшегеҙ», — ти үҙәк етәксеһе Р. Ғүмәрова. Асҡар ауылы, Ленин урамы, 10 адресы буйынса, 4-се кабинетҡа мөрәжәғәт итергә. Белешмәләр өсөн телефон: 2-10-38, 2-03-37.