+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2018, 12:13

Афарин Илнур!

Хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте өсөн полиция начальнигының оператив эшмәкәрлек буйынса урынбаҫары, подполковник Илнур Ринат улы Солтанов Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Әбйәлил районы буйынса эске эштәр бүлегенең йыйылма командаһы Самбо буйынса БР Эске эштәр министрлығы чемпионатында ла уңышлы сығыш яһаны. Үҙ ауырлыҡ төркөмөндә дәүләт инспекторы Рөстәм Әхмәтов һәм штаб хеҙмәткәре Рөстәм Мөхәмәтдинов беренсе урын яулап, республика чемпионы исеменә лайыҡ булды. Енәйәти эҙләү бүлеге оперуполномоченныйы Азат Йомағужин икенсе урын алды. Ә дөйөм иҫәптә Әбйәлил хоҡуҡ һаҡсылары өсөнсө призлы урын яуланы.
Читайте нас: