+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2018, 13:06

Депутат иғтибар!

14 ноябрҙә муниципаль район Советының сираттағы 21-се ултырышы үтә. Көн тәртибендә түбәндәге мәсьәләләр ҡараласаҡ:

1. Әбйәлил районы муниципаль район Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү;

2. Муниципаль район Советының «Әбйәлил районы муниципаль районының 2018 йылға һәм 2019 һәм 2020 йылдарҙың планлы осорона бюджеты тураһында»ғы ҡарарына үҙгәрештәр индереү;

3. Районда демографик хәлде яҡшыртыу буйынса саралар;

4. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының һәм социаль объекттарҙың ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеге;

5. Ауыл хужалығы предприятиеларында мал ҡураларын ҡышҡылыҡҡа әҙерләү;

6. Муниципаль район биләмәһендә хоҡуҡ боҙоуҙар һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса программаны тормошҡа ашырыу барышы;

7. Йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү программаһын тормошҡа ашырыу;

8. Район биләмәһендә мәҙәни учреждениеларҙың эшмәкәрлеге;

9. Районда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса саралар;

10. Муниципаль район Советының 2018 йылдың 23 майындағы 220-се һанлы ҡарарына үҙгәрештәр индереү;

11. Муниципаль район ҡаҙнаһындағы торлаҡ фонды объекттарын ауыл биләмәләре ҡаҙнаһына күсереү;

12. Муниципаль район милкендә булып, Асҡар үҙәк дауаханаһына ҡуртымға бирелгән күсемһеҙ милекте иҫәптән төшөрөү. Башлана 10 сәғәттә.
Читайте нас: