Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиадаларҙа еңеүсе, призер булған балалар һәм уларҙы әҙерләүсе педагогтар матди хуплау алырға тейеш. «Олимпиада еңеүсеһе һәм уның уҡытыусыһы 60 мең һум премия менән бүләкләнәсәк» тиелә документта. Призерҙарға 30 мең һум күләмендә премия биреү ҡарала.