+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ноябрь 2018, 13:04

Йәш сәсәндәрҙең заманса бәйгеһе

Өфөлә йәшәүсе йәш яҡташыбыҙ Нияз Абдуллин һөйләүенсә, яңыраҡ улар йәш сәсәндәрҙең заманса бәйгеһе — рэп-баттлда ҡатнашҡан. Нияз Абдуллин, Сәлимйән һәм Нәғимйән Дәүләтбаевтарҙан торған «Үәт, әй» төркөмө башҡорт эстрадаһында танылған рэп башҡарыусылар менән көс һынашҡан. Башҡортса рэп-баттлды күрергә теләгән тамашасылар республиканың Ишембай, Белорет, Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан килеп еткән. Сәсәндәрҙең ҡыҙыу әйтешенән һуң бәләкәй генә концертҡа ла тамаша ҡылды йыйылыусылар, ти Н. Абдуллин.
Читайте нас: