Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р. Хәбиров 2019 йылдың 1 сентябренә республиканың бөтә мәктәптәрендә лә йылы санузелдар булырға тейеш, тине. «Был беҙҙең өсөн түгел, балаларҙың сәләмәтлеге өсөн кәрәк, һорауға етди мөнәсәбәт көтәм», — тине ул. Башҡортостанда бөгөн 1500 белем биреү учреждениеһы ауыл ерендә урынлашҡан, төбәк ҡаҙнаһынан бүленгән 28 миллион һумға 136 мәктәптә йылы бәҙрәф эшләнгән. Тағы 335 мәктәпте талаптарға тура килтереү өсөн БР Хөкүмәте 167, 5 миллион һум йүнәлтеү тураһында ҡарар ҡабул иткән.