+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2018, 13:54

Депутат Әбйәлилгә килә

23 ноябрҙә БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина етәкселегендәге төркөм Әбйәлилгә эш сәфәре менән килә. Г. Ғ. Ҡолһарина 9-ҙан 10 сәғәт 30 минутҡа тиклем район хакимиәте бинаһында халыҡты шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итәсәк. Алдан яҙылыу өсөн телефон: 2-15-10. Үҙең менән шәхесте раҫлаусы документ килтереү мотлаҡ. Асҡар район үҙәк дауаханаһында иһә 9-ҙан 12 сәғәткә тиклем юғары категориялы табиптар — эндокринолог Н. Ш. Шәмсетдинова, неврологтар О. В. Заплахова һәм Р. М. Вәлитова кешеләрҙе ҡабул итә. Алдан яҙылыу өсөн телефон: 2-00-60.

Йәштәр йортонда 9-ҙан 11 сәғәткә тиклем сәләмәт тормошто пропагандалауға ҡағылышлы ҡыҙыҡлы лекциялар көтөлә. Уларҙы Воркаут федерацияһы президенты Роберт Дәүләтшин, панкратион буйынса халыҡ-ара турнир еңеүсеһе, ҡул һуғышы буйынса республика чемпионы Заһир Түләбаев үткәрәсәк.
Читайте нас: