+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2018, 12:42

Һорауҙар булһа, шылтыратығыҙ...

3 декабрь Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡарары менән Халыҡ-ара инвалидтар көнө булараҡ билдәләнә. Ошо уңайҙан тейешле хеҙмәттәр ҡабул итеү, «тура бәйләнеш» үткәрә, физик мөмкинлектәре сикле кешеләр менән осрашып, хәстәрҙәрен уртаҡлаша. Район прокуратураһы 3 декабрҙә 10-дан 17 сәғәткә тиклем дарыуҙар менән тәьмин ителеш, социаль-медицина объекттарына ҡаршылыҡһыҙ инеү мөмкинлеге булдырыу, светофорҙарға тауыш сигналдары ҡуйыу һәм башҡа көнүҙәк һорауҙар буйынса инвалидтар өсөн ҡабул итеү ойоштора. Бынан тыш, 29 ноябрҙә район прокуратураһы уҙғарған «ҡыҙыу линия»ға 10-дан 13 сәғәткә тиклем 8 (34772) 2-07-61 һандары буйынса шылтыратырға мөмкин.

27 ноябрҙә райондың социаль хеҙмәттәре 11-ҙән 13 сәғәткә тиклем 2-04-14 һандары буйынса физик мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн «тура бәйләнеш» ойоштора. 28 ноябрҙә инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн Пенсия фонды идаралығы, күп функциялы үҙәк, үҙәк район дауаханаһы, «Ярҙам» ойошмаһы, мәшғүллек үҙәге, социаль страховкалау фонды, милек менән идара итеү комитеты вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары «Асыҡ ишектәр» көнө иғлан итә. 29 ноябрҙә көн дауамында адвокаттар бушлай юридик консультация бирәсәк. 4 декабрҙә иһә Йәштәр йортонда 11 сәғәттә тантаналы йыйылыш, концерт көтөлә.


Читайте нас: