+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2018, 12:41

Владимир Серпков — иң яҡшы эшҡыуар!

Өфөлә «Йыл эшҡыуары — 2018» республика конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде. Бүләкләнеүселәр араһында райондашыбыҙ — крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы В. П. Серпков та бар. Владимир Павлович «Ауыл хужалығы тармағында иң яҡшы эшҡыуар» номинацияһында еңеүсе тип табылды. В. П. Серпковтың КФХ-һында иген культуралары үҫтереү, эре мал үрсетеү, ит-һөт продукцияһы етештереү менән уңышлы шөғөлләнәләр. Хужалыҡ заманса техника менән тәьмин ителгән, ҡеүәтле һыуытҡысы булған мал һуйыу цехы, иген таҙартыу ҡоролмалары ла бар. Ауыл хужалығы продукцияһын Владимир Павлович Әбйәлилдә генә түгел, Мәләүез районында, Магнитогорск ҡалаһында һатыуға сығара.
Читайте нас: