+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2018, 13:31

Бүләккә — емеш-еләк һауыты

Был аҙналағы уйында призға емеш-еләк һауыттары ҡуйылды. Был бүләктәр Ишбулды ауылынан Юлиә Шөғүроваға һәм Байымдан Р. Д. Рәхимоваға эләкте. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләрен алып, редакцияға килеүҙәрен көтөп ҡалабыҙ.

Хәбәр итеүебеҙсә, киләһе дүшәмбенән, йәғни 3-нән 13 декабргә тиклем ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡ менән яҙылыу ун көнлөгө була. Кемдәр бөгөнгә тиклем «Осҡон»ға абонемент тултырмаған, ҡулай көндәрҙе файҙаланып, гәзиткә осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ.

Яҙылығыҙ ҙа, квитанция күсермәһен редакция адресына ебәреп, «Осҡон» гәзите уҡыусылар араһында үткәргән уйындарҙа ҡатнашығыҙ. Төп бүләккә велосипед ҡуйылыуы хаҡында ла онотмағыҙ!

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Мөхәрририәт.
Читайте нас: