Роспотребнадзор биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, республика ҡалаларында ВИЧ-инфекция бик тиҙ тарала. Бөгөнгө көнгә Башҡортостанда 30721 кеше иммунодефицит вирусына дусар булыуы билдәле. Иҫәптә 21 мең кеше тора, шуларҙың 13 меңдән ашыуы — ир-егеттәр. 1 декабрҙә билдәләнгән СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө уңайынан Роспотребнадзор «ҡыҙыу линия» ойоштора. ВИЧ-инфекцияға бәйле һорауҙар менән 8-800-700-90-30 телефонына шылтыратырға мөмкин.