-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2018, 12:41

«Эко-Сити» менән килешеү төҙөргә кәрәк

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүсе төбәк операторы «Эко-Сити» ЯСЙ-һы 2019 йылдың 1 ғинуарынан ТКО менән эшләү коммуналь хеҙмәттәр иҫәбенә күсә, тип хәбәр итә. Йортта, фатирҙа йәшәүсе һәр кемгә билдәләнгән тариф буйынса түләм хаҡы ебәреләсәк. Ошоға бәйле, физик һәм юридик берәмектәр сүп-сарҙы сығарыу, йыйыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк «Эко-Сити» компанияһы менән килешеү төҙөргә тейеш. Килешеү төҙөү шарттары һуңыраҡ «Эко-Сити» ЯСЙ-һының сайтында һәм матбуғат баҫмаларында донъя күрәсәк.
Читайте нас: