+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2018, 13:22

Сүп-сар йыйған өсөн тарифтарҙы тикшерергә кәрәк,

— тип билдәләне БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. 1 ғинуарҙан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүҙең яңы схемаһына күсеүгә бәйле билдәләнгән тарифтар халыҡ өсөн күтәргеһеҙ буласаҡ, тине ул. Айырыуса был аҙ аҡса алып, йәки үҙе аҫраған мал-тыуарға ғына ҡарап торған ауыл халҡының бәкәленә һуғасаҡ. Республикала йәшәүселәр башҡарылған эштең сифатына һәм күләменә ҡарап түләргә тейеш, шулай уҡ граждандарҙың социаль категориялары иҫәпкә алынһын. Ҡоролтай рәйесе Тарифтар буйынса дәүләт комитеты был мәсьәләне халыҡ мәнфәғәтендә яңынан тикшереп сығыуын контролдә тотасаҡ, тип белдерҙе.
Читайте нас: