+11 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2018, 13:19

Теләштәргә матур теләктәр

Теләш ауылында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар Әсәләр көнө уңайынан тәбрикләнеп, төрлө номинацияларҙа бүләкләнде. Ғәлиә Йәнйегетова әҙерләгән ҡотлау открыткаларында уңған әсәйҙәрҙең фоторәсемдәренә лә урын табылған ине. Байрам уңайынан «Зарифа» фольклор төркөмө сығыштары шул тиклем шәп булды, улар бейене, йырланы, ҡумыҙҙа уйнаны, һоҡланғыс номерҙар һәр кемдең күңеленә үтеп инде. Баянда уйнаусы Рәил Бәшәровтың дәртле көйҙәренә бейемәйсә түҙеп булманы. Байрам һуңынан ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһенә матур теләктәр әйтеп, йәрәбә буйынса бүләк тә биреште.

З. БӘШӘРОВА.
Читайте нас: