Алыҫ, төпкөл ауылдар халҡы үҙәк дауаханаға йөрөп, мәшәҡәтләнмәһен, матди ҡыйынлыҡтар кисермәһен өсөн урындарҙа эшләгән фельдшерҙарҙың вәкәләттәрен арттырырға тәҡдим итәләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Хәбиров та, фельдшерҙар ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы («больничный») һәм дарыуҙарға рецепт яҙып биреү мөмкинлегенә эйә булырға тейеш, тине. Шулай ҙа дауаланғандан һуң, «больничный»ҙы яптырыу өсөн барыбер үҙәк дауаханалағы табипҡа күренергә тура киләсәк.