Һуңғы аҙнала Урал аръяғындағы төп ҡалаларҙың береһе булған Сибайҙа, баҡыр сығарыу карьерында газ йыйылып, төтәй башлауы тураһында хәбәрҙәр менән социаль селтәрҙәр тулды. Халыҡ әсе көкөрт еҫенә, төтөнгә зарланып яҙа. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан белдереүҙәренсә, көкөртлө водород йыйылып тороу арҡаһында баҡыр рудаһы яйлап яна башлаған, ҡала өҫтөнә ауыр төтөн күтәрелгән. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре эшкәртелмәгән карьерҙа комплекслы рекультивация эштәрен башҡарырға тәҡдим итә. Хәлде тикшереү өсөн Сибайға БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, экологтар килгән.