Әбделмәмбәт урта мәктәбендә «Ғаилә — ул бәхет» тип исемләнгән сара ойошторолдо. Ата-әсәләр, балалар, уҡытыусылар байрамды дәртле бейеүҙәре, йырҙары менән йәнләндерҙе. Вокал түңәрәгендә шөғөлләнеүсе балалар «Өләсәйҙә ҡунаҡта» тигән тамаша күрһәтте. Балаларҙы ауыҙ-тел ижады ярҙамында тәрбиәләү, йомаҡтар, мәҡәлдәр өйрәнеү фәһемле булды. Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ата-әсәләр рәхмәт хаттары менән билдәләнде.