+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2018, 12:28

Урамдарҙа яҡтылыҡ арта

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса, республика бюджетынан бүленгән аҡсаға Дауыт ауылы урамдарындағы бағаналарға яҡтыртыу лампалары ҡуйыу башланды. Бөгөн Үҙәк, Мәктәп, Кинйә Арыҫланов урамдары яҡтырҙы. Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәтенән белдереүҙәренсә, Дауытта лампалар ҡуйыу эше йыл аҙағынаса тамамланасаҡ, бөтәһе 150 лампа ҡуйыласаҡ. Киләһе йыл был эште Асҡар урамдарында, Көнсығыш һәм Төньяҡ биҫтәләрендә, Айғырбатҡан ауылында дауам итеү күҙаллана.
Читайте нас: