+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Декабрь 2018, 12:34

Фәнни эштәрҙе конкурсҡа ебәрегеҙ

Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү программаһына ярашлы, Архивтар эше буйынса республика идаралығы һәм Башҡортостандың Милли архивы фәнни-тикшеренеү эштәренең II республика конкурсын иғлан итә. Уның темаһы — «Шәхестәр аша Башҡортостан тарихы: генеалогия аспекты». Конкурс Башҡортостан ойошторолоуҙың 100 йыллыҡ юбилейына арнала. Бәйгелә тарих, тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнгән, тыуған яғының тарихи байлығы менән ҡыҙыҡһынған һәр кем ҡатнаша ала. Эштәрҙе муниципаль район хакимиәтенең архив бүлегенә, Асҡар ауылы, Тыныслыҡ урамы, 1 адресы буйынса 20 ғинуарға тиклем ебәрергә кәрәк.
Читайте нас: