+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Декабрь 2018, 12:32

Лицензияһы булмаған таксиҙа юлға сыҡмау хәйерле

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан белдереүҙәренсә, пассажирҙар ташыуға бер ниндәй рәсми рөхсәте, лицензияһы булмайынса үҙ белдеге менән алыҫ һәм яҡын арауыҡҡа кешеләр ташыған еңел машина хужаларына талаптар артасаҡ. Уҙған йылда Лада Ларгустар ҡатнашлығында республикала 67 авария теркәлеп, уларҙа 16 (!) кеше һәләк булған, 115-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. Тәжрибәһеҙ водителдәр социаль селтәрҙәге «Попутчик» кеүек төркөмдәр аша юлдаштар йыйып юлға сыға. Бер-бер хәл була ҡалһа, был водитель бер ниндәй яуаплылыҡ тотмаясаҡ. Шуға күрә ғүмерегеҙҙе һәм һаулығығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ, лицензиялы маршруттарҙы һайлағыҙ. Әйткәндәй, законһыҙ рәүештә пассажир ташыған водитель яуаплылыҡҡа тарттырылһа, суд ҡарары менән уның машинаһы дәүләт файҙаһына тартып алыныуы ла ихтимал.
Читайте нас: