-11 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2019, 13:47

Электрон ғаризалар тиҙерәк ҡарала

Эске эштәр бүлеге штабынан хәбәр итеүҙәренсә, хөкөм ителгән-ителмәгәнлек тураһында белешмә алыу өсөн (эшкә ингәндә, әрмегә саҡырылғанда һәм башҡа осраҡтарҙа кәрәк) www.gosuslugi.ru сайтында мотлаҡ теркәлергә кәрәк. Сайтта шәхси кабинет булдырғас, исемлеккә инеп, хөкөм ителмәгәнлек тураһында белешмәне һайлап, заявка ебәрергә кәрәк. Электрон ғариза 15 – 20 тәүлек эсендә ҡарала. Белешмәне шәхси кабинетҡа ебәреү юлын һайлаһағыҙ, ғаризаны ҡарау ваҡыты 8 – 11 тәүлеккә ҡыҫҡара. Белешмәләр өсөн телефон: 2-24-22, 2-22-52.
Читайте нас в