+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Ғинуар 2019, 13:48

Фантазияға бай рысҡужалар

Рысҡужа мәктәбе коллективы шыршы байрамына бик ентекле әҙерләнде. Төрлө костюмдарҙағы уҡыусылар һәм уҡытыусылар әкиәттәр күрһәтте, йыр-бейеү бәйгеләре ойошторҙо. Ата-әсәләр ҙә Яңы йыл сараһынан ситтә ҡалманы, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, балаларын, уҡытыусыларҙы ҡыуандырҙы. Байрамды үткәреүҙә ярҙам иткән Амангилде ауыл биләмәһе башлығы Марат Фәхрисламов мәктәп коллективына, уҡыусыларға изге теләктәрен еткерҙе. Мәктәптең бер сараһынан да ситтә ҡалмаған, бағымсы булып сығыш яһаған эшҡыуарҙар Хәмит Яҡупов, Илнур Хөснитдинов, Фәниә һәм Ғүмәр Ҡотлоәхмәтовтар, Вәкил Баҡыев, Зәлиә һәм Вадим Латиповтарға мәктәп директоры Айгөл Мөхәмәтова рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Мәғмүрә ХӘСӘНОВА,

Рысҡужа ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.


Читайте нас: