Хеҙмәт кодексына ла үҙгәрештәр индерелде. 1 ғинуарҙан үҙ көсөнә ингән законға ярашлы, рәсәйлеләргә өс йылға бер тапҡыр диспансеризация үтеү өсөн отпуск иҫәбенә өҫтәмә бер көн биреләсәк. Был хоҡуҡты файҙаланыу өсөн эш биреүсе исеменә ғариза яҙырға кәрәк.