+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2019, 12:08

Йәнлектәрҙе яҡлау аҫтына

Рәсәй Президенты Владимир Путин хайуан-йәнлектәргә яуаплы һәм иғтибарлы мөнәсәбәт тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, төрлө контактлы зоопарктар ябыласаҡ, йорттарында йәнлектәр аҫраусы хужаларға яуаплылыҡ артасаҡ. Закон әллә нисә йыл буйы эргәгеҙҙә йәшәгән эт йәки бесәйҙән ялҡып, урамға сығарып ебәреүҙе тыя. Бынан тыш, ҡарауһыҙ ҡалған йән эйәләре өсөн приюттар системаһы көйләнә. Кафе, бар, ресторандарҙа кешеләрҙе йәлеп итеү өсөн йәнлектәрҙе ситлектә тоторға ярамай. Бөтә цирктар һәм зоопарктар мотлаҡ рәүештә лицензия алырға һәм үҙҙәрендә булған хайуан-януарҙарға мөнәсәбәтен үҙгәртергә тейеш була. Әйткәндәй, сит илдәрҙә цирктарҙы ябыу тәжрибәһе дауам итә.
Читайте нас: