+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2019, 11:51

ОСАГО тарифтары үҙгәрҙе

9 ғинуарҙан ОСАГО буйынса тарифтарҙы 20 процентҡа кәметеү һәм күтәреү тураһында Үҙәк Банкының күрһәтмәһе үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, физик берәмектәрҙә милектә булған еңел автомобилдәр өсөн тариф ставкаһы 2746 – 4942 һум тәшки итә. Бынан тыш, 9 ғинуарҙан водителдәрҙе стажына һәм йәшенә ҡарап бүлеү категориялары арта. Руль артындағы стажы ике йылдан әҙерәк булған водителдәр өсөн коэффициент 1,87-нән 1,8-гә тиклем күтәрелә. Шулай уҡ стаж һәм йәш өсөн ташламалар ҡарала. Мәҫәлән, 59 йәштән өлкән һәм водитель стажы алты йылдан күберәк булған автоһәүәҫкәрҙәргә 7 процентлыҡ ташлама ҡарала. Мотоциклдар һәм мотороллерҙар өсөн дә тарифтар кәмене, улар 694 – 1047 һум тирәһе буласаҡ.
Читайте нас: