+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2019, 12:29

Әбйәлил педагогы халыҡ-ара энциклопедияла

Таһир Кусимов исемендәге гимназияның башланғыс кластар уҡытыусыһы Зәйнәп Төхвәтуллина «Мәғарифта иң алдынғылар» исемле халыҡ-ара энциклопедияға индерелде. Был баҫма фәнни яңылыҡтарға, көндәлек ныҡышмалы хеҙмәткә таянып, балаларға белем биреүгә яңы йүнәлеш биреүсе, илдең киләсәгенә нигеҙ һалыусы педагогтар тураһында бәйән итә. Бәләкәстәргә башланғыс белем биреү өлкәһендә 34 йыл эшләгән юғары категориялы уҡытыусы, БР мәғариф алдынғыһы Зәйнәп Сабирйән ҡыҙы һынауҙы лайыҡлы үтеп, I дәрәжә диплом һәм «Педагог даны» миҙалы менән бүләкләнде.
Читайте нас: