-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2019, 12:20

Хеҙмәт стажы тулһа, пенсияға өҫтәмә бар

Ауыл хужалығында эшләп, 30 йыл хеҙмәт стажына эйә булған һәм әлеге көндә эшләмәгән пенсионерҙар өсөн страховка пенсияһына билдәләнгән түләм 1 ғинуарҙан 25 процентҡа арттырылды. Өҫтәлмәләрҙе Башҡортостанда 51 мең ауыл кешеһе аласаҡ. Айлыҡ арттырыу 1333 һумдан ашыу тәшкил итә. Бының өсөн Пенсия фонды идаралығына барыу, ғариза яҙыу талап ителмәй. Ауыл ерендә йәшәп, эше ауыл хужалығы менән бәйле булмаған ойошмаларҙа һәм учреждениеларҙа (мәктәптә, ауыл Советында, фельдшер пунктында һ.б.) эшләгәндәр өсөн билдәләнгән түләм арттырылмай.
Читайте нас: