-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ғинуар 2019, 13:37

Газ шартлау хәүефен иҫкәртеп

Үткән аҙнала күрше ҡала — Магнитогорскиҙа газ шартлау һөҙөмтәһендә бер подъезы емерелеп төшкән йорттоң ҡаршы яҡ стенаһын һүтеп алыу эштәре башҡарылды. Ил Президенты Владимир Путин был йортта йәшәүселәрҙе тулыһынса сығарырға һәм торлаҡ менән тәьмин итергә тигән фарман биргәйне. Торлаҡ сертификаттары биреүҙе ошо арала башлаясаҡтар. Ә был мәлдә закон сығарыусылар күп фатирлы йорттарҙы газ һәм төтөн сигнализацияһы менән йыһазландырыу, пластик тәҙрәләрҙе шартлау осрағында еңел ысҡындырмалы итеп яһау тураһында проект әҙерләй. Яңы ҡағиҙәләр 6 июндән үҙ көсөнә инәсәк, тип яҙа «Российская газета».
Читайте нас: