Йырсы, композитор, рухлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе — Нурия Абдуллина оло бәләгә тарыны — яман ауырыуға дусар булды. Төркиәлә уҙасаҡ дауаланыу курсына бик күп аҡса талап ителә, шуның өсөн район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы мәрхәмәтле, шәфҡәтле кешеләргә мөрәжәғәт итеп, ярҙам ҡулы һуҙыуҙарын һорай. Аҡсаны 8-917-494-40-23 телефоны аша йәки 2202200651210450 Һаҡлыҡ банкыһы картаһына күсерергә мөмкин.
Үҙегеҙҙең, яҡындарығыҙҙың һаулығына иғтибарлы булығыҙ, даими рәүештә тикшеренеп тороу сирҙәрҙе ваҡытында асыҡларға ярҙам итәсәк.