+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2019, 12:29

«Сәләмәт ауыл — 2019»

Муниципаль район хакимиәте, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, ҡатын-ҡыҙҙар советы ауылдар араһында сираттағы «Сәләмәт ауыл» конкурсын иғлан итә.

Сәләмәт тормошто, айыҡлыҡты пропагандалаған, кешеләрҙе йәмәғәт тормошона йәлеп иткән был бәйге район ауылдары араһында киң танылыу тапты, йылдан-йыл уға ҡушылыусылар арта.

Быйылғы конкурс еңеүселәре лә түбәндәге номинацияларҙа билдә-ләнәсәк:

«Сәләмәт тормошто иң яҡшы пропагандалаусы ауыл»;

«Ғаилә институтын һаҡлау буйынса иң яҡшы ауыл»;

«Айыҡлыҡты иң әүҙем пропагандалаусы ауыл»;

«Милли традицияларҙы, мәҙәниәтте иң яҡшы үҫтереүсе ауыл»;

«Йәмәғәт ойошмалары буйынса иң яҡшы ауыл»;

«Иң спорт һөйөүсе ауыл».

Заявкаларҙы ойоштороу комитетына 15 февралгә тиклем ебәрергә кәрәк. Конкурс этаптары йыл дауамында барһа, 30 декабрҙә йомғаҡ яһала.

Конкурста ҡатнашырға ауыл халҡы йыйыны ҡарар ҡабул итә.

Еңеүселәр дипломдар, ҡиммәтле приздар менән бүләкләнәсәк.

Белешмәләр өсөн телефон: 2-15-04, 2-03-02.
Читайте нас: