+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ғинуар 2019, 18:25

Республика олимпиадалары бара

Бөтә Рәсәй уҡыусылары олимпиадаһының республика этабы дауам итә. Әбйәлилдән муниципаль этап еңеүселәре, район мәғарифының данын аҡлап, әлеге ваҡытҡа биш призлы урын яуланы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала 4 уҡыусы призер булды. Бына улар: Байым урта мәктәбенән 10-сы класс уҡыусыһы Наҙгөл Миңлебаева (уҡытыусыһы Ә. Б. Абдрафиҡова), Т. Кусимов исемендәге гимназияның Карина Ырыҫҡужина, Фирүзә Уйылданова (10-сы класс, А. Р. Муллахмәтова), Ҡырҙастан 11 класс уҡыусыһы Гөлшат Ғиниәтова (Л. В. Йомағужина). Артабан призерҙар исемлеген биология буйынса 1-се Асҡар урта мәктәбенән Илдар Хәкимов (10-сы класс, И. К. Вәлиева) тулыландырҙы.

Информатика, тарих фәндәренән республика олимпиадаларында белем ҡеүәһен һынаусыларыбыҙ призерҙар рәтенә инмәне. Әлеге ваҡытта рус әҙәбиәтенән һынау тотоусы йәш яҡташтарыбыҙға уңыштар һәм еңеүҙәр теләйек!
Читайте нас: