+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Февраль 2019, 18:17

100 йыллыҡҡа яңы тәңкәләр сығарылды

Рәсәйҙең Үҙәк Банкы Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата 3 һәм 50 һумлыҡ аҡсалар сығарыуы тураһында хәбәр итә. Номиналы 3 һум булған көмөш тәңкәлә Башҡортостан флагы фонында милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәле һәм республиканың билдәле урындары һүрәтләнгән. 50 һумлыҡ алтын тәңкәлә иһә «Торатау» Конгресс-холын һәм Башҡортостандың дәүләт гербын күрергә мөмкин. Артҡы фонды башҡорт милли орнаменты биҙәй. 3 һумлыҡ тәңкәләр — 3 мең, 50 һумлыҡтар 1 мең данала сығарыла. Улар әйләнешкә бөгөндән индерелә.


Читайте нас: