Пенсия фонды идаралығынан белдереүҙәренсә, ғинуар айында эшләмәүсе пенсионерҙар страховка өлөшө 7,05 процентҡа арттырылған пенсия алды. Эш осоронда пенсия хоҡуғы күберәк йыйылған һайын, страховка өлөшөн индексациялау ҙа юғарыраҡ. Айлыҡ пенсияһы йәшәү минимумынан (Башҡортостанда ул 8645 һум тәшкил итә) түбән булған хаҡлы ялдағыларға федераль социаль түләм ҡаралды. Районда бөгөн 11539 пенсионер иҫәпләнә.