+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2019, 17:20

Иҫке Балапан ауылы сәләмәт тормошто үҙ итә

Райондың ауылдарында гөрләгән спорт ярыштарына беҙ ҙә ҡушылдыҡ. Ғинуар аҙағында Һаулыҡ көнө уҙғарып, унда иң бәләкәстәренән алып ололарға хәтлем ихлас ҡатнашты. Хатта 85 йәште уҙған Рәсимә һәм Ишемйәр Әхтәмовтарҙың ярышҡа килеп етеүе барыһы өсөн өлгө булды. Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе ауылдашыбыҙ Динислам Сөләймәнов төрлө ҡыҙыҡлы бәйгеләр уҙғарып, балаларға бүләктәр тапшырҙы. Сана шыуыуы, ир-аттарҙың ҡатындарын тюбингылар һөйрәтеп ярышыуы, йүгереү, йомаҡ ҡойоу барыһының күңеленә хуш килде. Һыуыҡ тип тормай Рәзилә Йосопова, Гөлниса Йомағолова һәм Альбина Искәнйәрова моңло йырҙар бүләк итте. Йыйылған халыҡ ярыштарҙан арыған арала ҡайнап торған самауыр сәйенән ауыҙ итте. Байрамды ойоштороуға уҡытыусы Шәүрә Хисаметдинова, ашнаҡсы Фәнзирә Ғәлиуллина, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Альбина Искәнйәрова һәм уның улы Денис ҙур ярҙам күрһәтте. Иршат Сөләймәнов менән Марс Рамаҙанов ғаиләләрен тулы составта алып сыҡты. Ауылыбыҙ имамы Әсғәт Әхтәмов сәләмәт тормош менән диндең бер-береһенә бәйле булыуы хаҡында телмәр тотто.

Әлфиә ҒИБӘҘӘТОВА.
Читайте нас: