Билдәле яҡташыбыҙ, рәссам, «Башҡортостан» гәзитенең биҙәлеш буйынса мөхәррире Нәсих Хөббөтдин улы Хәлисов сираттағы еңеүе менән ҡыуандырҙы. Нәсих ағай «Башҡортостандың иң яратҡан рәссамдары» халыҡ рейтингыһында еңеп, төп художество наградаһына лайыҡ булды.