+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2019, 17:22

Йәш рәссамдар конкурста ҡатнаша ала

Муниципаль район хакимиәтенең архив бүлеге балаларҙы халҡыбыҙҙың рухи мираҫына йәлеп итеү маҡсатында бер нисә ижади конкурс иғлан итә. Тәүгеһе — «Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйлап» тип атала һәм унда арҙаҡлы әҙиптең әҫәрҙәрендә сағылдырылған образдарҙы, сюжетты һүрәткә төшөрөргә мөмкин. Икенсе конкурс «Минең яратҡан Башҡортостаным» тип исемләнә, бында иһә республикабыҙҙың һоҡланғыс тәбиғәтен, йолаларын һәм башҡа күренештәрҙе сағылдырырға мөмкин. Һуңғы бәйге архивтың үҙенә бәйле: уның темаһы «Архив балалар күҙлегенән». Ижади эштәрҙе 11 мартҡа тиклем Асҡар ауылы, Тыныслыҡ урамы, 1 адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт http://abyalil.ru/archive/konkurs/ сайтында.
Читайте нас: