Өфөлә уҙған мәғариф форумында яңғыраған фекерҙәргә байҡау яһауҙы дауам итәбеҙ. Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров индергән тәҡдимдәрҙең береһе — ауыл уҡытыусыһының хеҙмәтен лайыҡлы баһалау. Йыл йомғаҡтары буйынса иң яҡшы тип табылған 100 уҡытыусы йыл һайын грант рәүешендә 600 мең һум премия аласаҡ, тине ул. «Бынан тыш ауылда эшләүсе педагогтарға ер участкалары бүлеүҙе лә күҙ уңында тотабыҙ», — тине сығышында Радий Фәрит улы.