+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2019, 13:15

Яман шеште ҡамауға алырға

Башҡортостанда онкологик сирлеләр өсөн кәрәкле дарыуҙарға өс тапҡыр күберәк аҡса бүленде. Республика онкодиспансерының баш табибы Руслан Солтанов белдереүенсә, быйыл Социаль страховкалау фонды аша бүленгән был аҡса 2,5 миллиард һум тәшкил итә. Бынан тыш республика бюджетынан кәрәкле ҡорамалдар алыуға 5 миллиард һум бүленә, радиология сараларын яңыртыуға 1,5 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Алты йыл дауамында 8 онкоүҙәк асыу планлаштырыла, уларҙа яман шеш диагнозы ҡуйыуҙан тыш, сирлеләргә дауалау курсы ла үткәреләсәк.
Читайте нас: