+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2019, 11:47

Төбәк ярыштары үтте

«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында уҡыусыларҙың XXI Спартакиадаһы иҫәбенә волейбол буйынса төбәк ярышы уҙҙы. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе ойошторған ярышта алты район спортсылары көс һынаны. Ҡыҙҙар араһында беренселекте Бөрйән, үҫмерҙәр араһында Әбйәлил волейболсылары яуланы. Әбйәлил намыҫын яҡлаусы Лиана Исҡаҡова, Динислам Әмирйәнов, Ғәбдинур Мөхәмәтҡужин «Иң яҡшы уйынсы» номинацияһында билдәләнде.


Читайте нас: