Амангилде ауылында тыуып үҫкән Рөстәм Әхмәт улы Исхаҡов Борай районы муниципаль район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде. БДПИ, БДАУ-ҙы тамамлағас, БР Мәҙәниәт министрлығында, Төркиәлә, һуңынан БР Президенты хакимиәтендә, «БР муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһында эшләүсе Р. Исхаҡов үҙен оҫта ойоштороусы, алдынғы ҡарашлы етәксе итеп танытты. Яҡташыбыҙға яңы эш урынында уңыштар теләйек.