-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2019, 12:49

Авария урынына вертолет ебәреү планлаштырыла

«Республиканың Һаулыҡ һаҡлау ми-нистрлығы юл фажиғәләрендә ауыр йәрәхәт алған кешеләрҙе тиҙ арала эвакуациялау маҡсатында 8 төбәктә вертолет майҙансығы булдырасаҡ», — тип хәбәр итте министр урынбаҫары Р. Яппаров. Уҙған йылда Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғаларында 511 кеше һәләк булған, шуларҙың 370-е «Ашығыс ярҙам» машинаһы килеп етмәҫ борон. Ҡайһы бер райондарҙа кәрәҙле элемтәнең сифаты насар, авария урыны дөрөҫ күрһәтелмәй, шул арҡала медицина ярҙамы ваҡытында барып етә алмай. Ошоға бәйле, вертолетта хеҙмәтләндереүсе медицина персоналынан тыш, кәрәҙле бәйләнеш операторҙарын да мөһим эшкә йәлеп итеү ҡарала.
Читайте нас: